Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР БУЙЫНСА ДӘYЛӘТ КОМИТЕТЫ

Күмертау авиазаводы вертолеттары Төркиәнең ашығыс хеҙмәттәр паркын тулыландыра

28 Август 2018
7
0

Тиҙҙән Күмертау авиация етештереү предприятиеһының Ка-32 вертолеттары Төркиәнең эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәттәре паркын тулыландыра. Был аҙнала уҡ Төрөк Республикаһына өс вертолет оҙатыу күҙаллана, тип хәбәр итә «Башҡортостан» ДТРК-һы.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы «Рәсәй вертолеттары» холдингына һылтанып хәбәр иткәнсә, Күмертау авиация производство предприятиеһы Төркиәнең Kaan Air компанияһы өсөн күп маҡсатлы Ка-32А11ВС вертолеттарын етештереүгә заказ алды. Быйыл Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә лә ошондай ике вертолет оҙатыла.

Холдингтың матбуғат хеҙмәтендә асыҡлыҡ индереүҙәренсә, бындай вертолет кешеләрҙе ҡотҡарыу, урман янғындарын һүндереү һәм бейек биналарҙа ут менән көрәшеү өсөн бик ҡулай. Күп йылдар дауамында вертолет донъяның төрлө нөктәләрендә тәбиғәт һәм техноген янғындарға ҡаршы көрәштә уңышлы файҙаланыла. Ка-32А11ВС вертолеты Рәсәйҙә, Канадала, Испанияла, Португалияла, Швейцарияла, Ҡытайҙа, Көньяҡ Кореяла, Индонезияла ҡулланыла.

  • Күмертау авиазаводы вертолеттары Төркиәнең ашығыс хеҙмәттәр паркын тулыландыра