Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР БУЙЫНСА ДӘYЛӘТ КОМИТЕТЫ

Республика тышҡы сауҙаны әүҙемләштерҙе

13 Август 2018
10
0

Башҡортостан таможня эшмәкәрлеге урынында тышҡы сауҙа әйләнеше тәүге ярты йыллыҡта 9,7%, уҙған йылдың ғинуар-июнь айҙары менән сағыштырғанда 2 миллиард 688 миллион АҠШ долларына тиклем артҡан. Сауҙа балансы сальдоһы ыңғай — яҡынса 1,8 миллиард доллар, тиелә таможняның статистика материалдарында.

Республика Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә ҡарағанда (экспорт — 667 миллион, импорт — 68 миллион доллар) алыҫ сит илдәр менән әүҙемерәк сауҙа итә (экспорт — 1,56 миллиард доллар, импорт — 395 миллион доллар). Башлыса яғыулыҡ-энергетика тауарҙары (1,3 миллиард доллар), химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук (386 миллион), машиналар эшләү тауарҙары (349 миллион) оҙатыла. Тәү сиратта машиналар эшләү (262 миллион доллар) һәм химия продукцияһы индерелә (91 миллион тонна).

Тауар әйләнеше кимәле буйынса Башҡортостандың өс төп партнеры — Латвия (453 миллион доллар), Белоруссия (412 миллион) һәм Ҡытай (290 миллион).

  • Республика тышҡы сауҙаны әүҙемләштерҙе