Республика аграрийҙары 81 мең тоннанан ашыу игенде экспортҡа һатҡан
6 Апрель 2018
9
2017 йылдың сентябренән Башҡортостан аграрийҙары 81 мең тоннанан ашыу игенде экспортҡа һатҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан. Быйыл төп экспорт культуралары – бойҙай, арпа һәм ҡарабойҙай, улар Латвия, Литва, Беларуссия, Бельгия, Мысыр, Иран һәм Израиль илдәренә оҙатылған.
Әле төбәктә ашлыҡты ташыу буйынса алты оператор эшләй: «Русагротранс», «Балтсервис», «Белинтертранс», «Логистика 1520», «МосРегионТранс» һәм «Технотранс».
Уҙған көҙҙән алып бөтәһе 101,2 мең тонна яңы уңыш һатылған.
