Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР БУЙЫНСА ДӘYЛӘТ КОМИТЕТЫ

Күмертау авиапредприятиеһы ете «пожар» вертолетын экспортҡа сығара

5 Февраль 2018
6
0

Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ете Ка-32А11ВС маркалы вертолет етештереүгә заказ ҡабул итте, тип белдерҙеләр «Рәсәй вертолеттары» холдингында. Әлеге ваҡытта заводта тәүге вертолет йыйылған да инде һәм уны Төркиәнең Kaan Air компанияһына тапшырырға әҙерләйҙәр, икенсе һәм өсөнсө машинаны заказсыға йыл аҙағына тиклем тапшырыу ҡаралған. Бынан тыш, быйыл тағы ошондай ике вертолет Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә юллана.

Уҙған йылдың декабрь аҙағында холдинг Ҡытайҙың Циндао ҡалаһындағы Йәмәғәт именлеге янғын идаралығына ике Ка-32А11ВС вертолетын оҙаттты, быйыл иһә Ҡытайҙың United Helicopters компанияһына йәнә ике машина тапшырыу күҙаллана.

Холдингтың матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, бындай вертолеттар кешеләрҙе ҡотҡарыу, урман янғындарын һүндереү һәм бейек биналарҙа ут менән көрәшеү өсөн тәғәйенләнгән. Вертолет күп йылдар буйына донъяның төрлө мөйөштәрендә тәбиғәт һәм техноген янғындар менән көрәштә уңышлы ҡулланыла. Ка-32А11ВС вертолетын Рәсәйҙә, Канадала, Испанияла, Португалияла, Швейцарияла, Ҡытайҙа, Көньяҡ Кореяла, Индонезияла файҙаланалар.

  • Күмертау авиапредприятиеһы ете «пожар» вертолетын экспортҡа сығара