Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР БУЙЫНСА ДӘYЛӘТ КОМИТЕТЫ

Башҡортостан Австрияла һәм Төркиәлә вәкиллектәр асырға йыйына

22 Февраль 2019
17
0

Тиҙҙән Венала һәм Истанбулда Башҡортостан вәкиллектәрен асыу күҙаллана. Был хаҡта 21 февралдә республика хөкүмәтендә уҙған «Инвестиция сәғәте» кәңәшмәһендә билдәле булды.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек йомғаҡтары ҡаралды, сауҙа-экспорт бәйләнештәрен яҡшыртыу мөмкинлектәре билдәләнде. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сит илдәрҙә республиканың тышҡы иҡтисади вәкиллектәрен асыу идеяларын хупланы.

«Эшебеҙҙең ике мөһим йүнәлешен Вена һәм Истанбул ҡалалары аша билдәләйбеҙ. Бары тик ойоштороу формаһын яҡшы итеп уйларға кәрәк: Рәсәй сауҙа вәкиллектәрендә үҙебеҙҙең сауҙа йорттарын асырғамы әллә сит илдекен үҙаллы теркәргәме. Иң мөһиме, беҙҙең сит ил вәкиллектәренең штаты компактлы булырға һәм һөҙөмтәле эшләргә тейеш», — тине Радий Хәбиров.

"Башинформ" ИА

  • Башҡортостан Австрияла һәм Төркиәлә вәкиллектәр асырға йыйына