Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР БУЙЫНСА ДӘYЛӘТ КОМИТЕТЫ

Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла

12 Март 2019
13
0

12 һәм 13 мартта Федерация Советында республика ойошторолоуға 100 йыл тулыуға бағышланған Башҡортостан көндәре уҙғарыла. Башҡортостан делегацияһын республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләр тип көтөлә. Тәүге көндө, 12 мартта, беҙҙең депутаттар ҡатнашлығында Федерация Советының алты комитетының киңәйтелгән ултырыштары була. Уларҙа инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу, ауыл хужалығын үҫтереү, республика биләмәһендә үҙенсәлекле иҡтисади зона булдырыу, медицина технологияларын үҫтереү мөмкинлектәрен, Башҡортостанда дәүләт власы органдарының коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһен, таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу юлы менән экологик хәлде яҡшыртыу, 2020 йылда республикабыҙҙа VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыуға әҙерлек мәсьәләләрен тикшереү ҡаралған.

Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, 12 мартта Мәскәүҙең «Сокол» спорт комплексында Федерация Советы һәм республика командалары араһында волейбол һәм футбол буйынса иптәштәрсә уйын уҙа. 13 мартта Федерация Советында Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһы ойошторола. Рәсәй парламенты юғары палатаһының пленар ултырышы барышында республикаға арналған «Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте» була. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың, Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачевтың, Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың сығыштары көтөлә.

  • Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла
  • Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла
  • Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла