Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР БУЙЫНСА ДӘYЛӘТ КОМИТЕТЫ

Башҡортостан предприятиеларын үҙҙәренең экспорт мөмкинлектәрен Австрияла күрһәтергә саҡыралар

24 Июль 2019
3
0

Ноябрь аҙағында Австрияла Башҡортостандын рәсми презентацияһы үткәреләсәк.

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Австрияла Башҡортостандың экспорт һәм инвестициялар мөмкинлеге күрһәтеләсәк. Рәсми делегация составында ҡатнашыу өсөн компаниялар саҡырыла. Бының өсөн уларға 31 июлгә тиклем ҡатнашыу ризалығын бирергә һәмм Австрияның эшлекле даирәһе менән хеҙмәттәшлек итеүгә аныҡ тәҡдимдәр индерергә кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июнь айы уртаһында Венала Австрия Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы. Унда БР вәкиллеге эшләй башланы. Ул Венаның эшлекле үҙәгендә урынлашҡан. Вәкиллек Австрияла Башҡортостанды күрһәтәсәк, ике республиканы иҡтисад, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә бәйләйәсәк, башҡорт продукцияһы менән сауҙала ярҙам итәсәк, бизнес миссиялары, конгресс-күргәҙмә һәм мәҙәниәт сараларын ойошторасаҡ.

  • Башҡортостан предприятиеларын үҙҙәренең экспорт мөмкинлектәрен Австрияла күрһәтергә саҡыралар