БАШ
Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы

Башҡорт игененең тәүге партияһы Ағиҙел портынан Иранға август айында оҙатыласаҡ

17

Төҙөлөп бөтмәгән Башҡорт АЭС-ы урынында быйыл иген терминалы ҡороу тамамланасаҡ. Уға ҡорамалдар Төркиәнән ҡайтарыла. Бишәр мең тонна һыйҙырышлы ике карап Ағиҙел портынан 20 августа сығасаҡ, 14 көндән һуң улар Мэрисель төрөк портына барып етәсәк. Артабан игенде Иранға ебәрәсәктәр. Йәмғеһе 10 мең тонна иген ситкә оҙатыласаҡ.

«Стапель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Михаил Кулаков республика етәксеһе Радий Хәбировҡа иген һаҡлау өсөн биналар әҙер, караптарға тейәү ҡоролмаларын монтажлау ғына ҡалды тип белдерҙе. Радий Фәрит улы предприятие етәксеһен яҡындағы «Инвестсәғәт»кә саҡырҙы һәм караптарҙы оҙатыуға килергә тырышырмын тип әйтте.

Михаил Кулаков фекеренсә игенде һыу юлы менән оҙатыу иҡтисади яҡтан отошло. Әгәр ҙә бында тимер юлы ремонтланһа, был майҙансыҡтың әһәмиәте тағы ла артасаҡ.

«Стапель» ЯСЙ-һы «Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводы» өстөнлөклө инвестициялар проекты башланғысына нигеҙ һалған. Тәү сиратта унда нефть йыуынтыһы һәм шламдарын эшкәртеү цехын сафҡа индереләсәк. Уға 721 млн һум инвестициялар йүнәлтеләсәк.