Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР БУЙЫНСА ДӘYЛӘТ КОМИТЕТЫ

Башҡортостан Таиланд менән ҡала хужалығын һанлаштырыу проекты буйынса хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

16 Июль 2019
3
0

Нефть-газ, инфраструктура объекттары төҙөлөшө, ҡала хужалығын һәм мәғарифты һанлаштырыу өлкәһендә проекттар Өфөлә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Таиланд Короллеге Ғали йәнәптәре Мом Луанг Раджадарасри Джаянкура етәкләгән эшлекле даирәләр делегацияһы менән осрашыу барышында тәҡдим ителде.

«Бөтә проекттар ҙа беҙгә ҡыҙыҡлы һәм беҙ, атап әйткәндә, спорт йүнәлешле халыҡ-ара мәктәп асыу буйынса уртаҡ эште башларға әҙер. Шулай уҡ «Аҡыллы ҡала» проекты мөмкинлектәрен һәм ир өҫтө метроһын өйрәнергә әҙербеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәиф Абдрахимовҡа ҡаралған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса эшсе төркөмдө етәкләргә ҡушты.

Ғали йәнәптәре, үҙ сиратында, Башҡортостанда күргәндән ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Төбәк етәксеһе республика менән Таиланд араһында тауар әйләнешенең 2018 йылда өс тапҡырға – 7,4 миллион долларға тиклем артыуын, әммә уны артабан үҫтереү кәрәклеген билдәләне, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

  • Башҡортостан Таиланд менән ҡала хужалығын һанлаштырыу проекты буйынса хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй
  • Башҡортостан Таиланд менән ҡала хужалығын һанлаштырыу проекты буйынса хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй
  • Башҡортостан Таиланд менән ҡала хужалығын һанлаштырыу проекты буйынса хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй