Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР БУЙЫНСА ДӘYЛӘТ КОМИТЕТЫ

Рәсәйҙең сауҙа вәкилдәре Башҡортостанға ярҙам итергә әҙер

11 Июль 2019
3
0

Кисә РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы делегацияһы Башҡортостандың эшлекле өлкәһе вәкилдәре менән осрашты. Унда Рәсәй Федерацияһының сит илдәрҙәге сауҙа вәкилдәре Башҡортостан Республикаһына сит ил дәүләттәре менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәр киңәйтеүҙә ярҙам итергә әҙер тураһында әйтелде. Сараны республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты уҙғарҙы.

РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы делегацияһына Рәсәйҙең Бөйөк Британия, Паҡстан, Ҡырғыҙстан, Абхазия, Никарагуа һәм Австриялағы сауҙа вәкилдәре ингән ине. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы генераль директоры Тимур Хәкимов ҡатнашты.

Сауҙа вәкилдәре сит илдәрҙәге тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте алып барыу үҙенсәнлектәре, эштең өмөтлө йүнәлештәре, тышҡы баҙарға сыҡҡанда барлыҡҡа килгән ауырлыҡтар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләне. Ҡатнашыусылар сауҙа вәкилдәренең эшлекле бәйләнештәр булдырыу һәм уларҙың эшендә ярҙам, һөйләшеүҙәр алып барыу, тендерҙарҙа ҡатнашыу, мәғлүмәт оҙатыуы, сит илдәрҙә бизнес миссиялары, презентациялар, конгресс-күргәҙмә саралары ойоштороу буйынса төплө мәғлүмәт алды. БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, сауҙа вәкилдәре ватан компанияларына сит илдәр тураһында хоҡуҡи, иҡтисади һәм коммерциялы мәғлүмәт бирергә һәр ваҡыт әҙер.

Сауҙа вәкилдәре республикала булған саҡта «Грайн» һәм «Поток-Трубная компания» компанияларын барып ҡараны.

  • Рәсәйҙең сауҙа вәкилдәре Башҡортостанға ярҙам итергә әҙер