Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР БУЙЫНСА ДӘYЛӘТ КОМИТЕТЫ

Яңылыҡтар

Исемлек:
Баҫтырып сығарыу көнө:
Яңылыҡ йөкмәткеһе:
Проект:
Эшмәкәрлек:

17 Ғинуар 2018
8
0
Быйыл Ҡытайға башҡорт балын оҙатыу 100 тоннаға етергә тейеш, тип белдерҙе республика башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС агентлығына интервьюһында. «Әле тәьминәт 10 тоннаға яҡын тәшкил итә. Был республиканың алты мең тонна тауар балын етештереүен иҫәпкә алғанда, күп түгел. 10 тонна нимә ул? 600-ҙән бер өлөш....

5 Февраль 2018
6
0
Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ете Ка-32А11ВС маркалы вертолет етештереүгә заказ ҡабул итте, тип белдерҙеләр «Рәсәй вертолеттары» холдингында. Әлеге ваҡытта заводта тәүге вертолет йыйылған да инде һәм уны Төркиәнең Kaan Air компанияһына тапшырырға әҙерләйҙәр, икенсе һәм өсөнсө машинаны заказсыға...

6 Апрель 2018
9
0
2017 йылдың сентябренән Башҡортостан аграрийҙары 81 мең тоннанан ашыу игенде экспортҡа һатҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан. Быйыл төп экспорт культуралары – бойҙай, арпа һәм ҡарабойҙай, улар Латвия, Литва, Беларуссия, Бельгия, Мысыр, Иран һәм Израиль илдәренә оҙатылған....

23 Май 2018
10
0
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡаҙағстан Республикаһының Павлодар өлкәһе делегацияһы менән осрашты. Уны төбәк аҡымы Булат Бакауов етәкләй. Яҡтар хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәрен, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен...

24 Май 2018
10
0
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов XXII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй. Форум 24-26 майҙа уҙа. Республика етәксеһе форумдың пленар ултырышында, энергетик панель сессияла ҡатнаша, шулай уҡ «Рәсәй төбәктәре экспорты – яңы сиктәрҙе артылып» эшлекле фекер...

25 Май 2018
8
0
Петербург халыҡ-ара иҡтисади  форумында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй экспорт үҙәге ойошторған «Рәсәй төбәктәре экспорты – яңы сиктәрҙе артылып» эшлекле дискуссияһында сығыш яһаны. Республика етәксеһе Башҡортостандың экспорт ҡеүәтен үҫтереү һәм экспортёр предприятиеларға булышлыҡ итеү тәжрибәһе...

29 Май 2018
11
0
Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Ислеһе Нго Дык Мань менән осрашыуы үтте. Ул был вазифаға 2018 йылдың башында тәғәйенләнде. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни өлкәләрҙә...

30 Май 2018
9
0
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов етәкселегендә республика делегацияһы рәсми сәфәр менән Азербайжандың баш ҡалаһы – Баҡыла. Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр программаһында – Азербайжан Республикаһы Хөкүмәтендә...

18 Июль 2018
13
0
Башҡортостанда тышҡы сауҙа әйләнеше ярты йыл эсендә 993 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан таможняһында. Уҙған йылдың тәүге ярты йыллығы менән сағыштырғанда күрһәткес 20 процентҡа күтәрелгән. Республикалағы 416 предприятие сит илгә 846,7 миллион һумлыҡ тауар һатҡан һәм...

25 Июль 2018
20
0
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһында. Сәфәрҙең маҡсаты – хеҙмәттәшлекте нығытыу, Цзянси провинцияһының ҙур инвестиция проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы эшен һәм инвесторҙар,...