Эҙлəү по сайту
Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 4,5 миллиард долларға еткән
Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2018 йылдың 10 айында 4,54 миллиард долларға еткән. Был бер йыл элекке осор менән сағыштырғанда 13,4% күберәк. Тәүге ун контрагент ил иҫәбенә Латвия, Белоруссия, Ҡытай, Германия, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Нидерланд, Төркиә, Финляндия һәм Польша ингән. Ошо илдәр менән...
Источник: Яңылыҡтар
Радий Хәбиров: Башҡортостан менән Ставрополь крайының мөнәсәбәттәре тығыҙ һәм емешле
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимиров ике төбәк араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә өҫтәмә документтарға ҡул ҡуйҙы. Килешеү бер йыл элек төҙөлгәйне. «Беҙҙең һауыҡтырыу курорттарында Башҡортостандан...
Источник: Яңылыҡтар
Радий Хәбиров: Үзбәкстан - Башҡортостандың күптәнге партнёрҙарының береһе
Бөгөн Башҡортостан-Үзбәкстан мөнәсәбәттәре бөтә йүнәлештәр буйынса тиерлек үҫешә. Беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, телдәребеҙ, рухи тамырҙарыбыҙ уртаҡ. Беҙҙе ислам, берҙәм төрки донъяһы берләштерә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге илсеһе Ботиржон Асадов менән...
Источник: Яңылыҡтар
Башҡортостандың аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары Ҡаҙағстан ритейлерҙары менән хеҙмәттәшлекте көйләй
Ҡаҙағстанда WorldFood Kazakhstan 2018 Үҙәк-Азия халыҡ-ара күргәҙмәһе уҙа. Башҡортостан вәкилдәре лә унда әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан предприятиелары иҫәп буйынса 21-се күргәҙмәлә кондитер изделиелары, консерваланған, һөт һәм бакалея продукцияһы, бал һәм бал-прополис косметикаһы, һауыҡтырыу фитопродукцияһы,...
Источник: Яңылыҡтар
Башҡортостан 200 мең тоннанан ашыу игенде экспортҡа оҙатҡан
Башҡортостан иген менән тәьмин итеү күләмен арттыра. Ошо йылдың 9 айында республика элеваторҙары 334 мең тонна ашлыҡ, шул иҫәптән яңы уңыш тейәгән. Шуның 216,5 мең тоннаһы сит илгә оҙатылған. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, төбәктән башлыса бойҙай, арпа һәм ҡарабойҙай экспортҡа...
Источник: Яңылыҡтар
Башҡортостан Латвияға көнбағыш шроты оҙатҡан
Башҡортостан Латвияға 42 көнбағыш шроты партияһын оҙатҡан. Экспортҡа бөтәһе 2984,3 тонна көнбағыш шроты йүнәлтелгән. Йөк Башҡортостан Республикаһы «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Латвияға тимер юл транспорты менән оҙатылған. Шрот – ул юғары протеинлы мал аҙығы продуктына бай майҙы айырып...
Источник: Яңылыҡтар
Башҡортостан Һиндостанға 20 тонна һарыҡ йөнө оҙатты
Башҡортостандан Һиндостанға һарыҡ йөнө партияһы оҙатылды. Новороссийск диңгеҙ порты аша сеймалды «Статус» компанияһы ебәрҙе. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Рәсәй Федерацияһының дәүләт сигендә һәм транспортта ветеринария күҙәтеү бүлеге белгестәре...
Источник: Яңылыҡтар
Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың Циндао ҡалаһы делегацияһы менән осрашты
Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһының Циндао ҡалаһы мэры Мэн Фаньли етәкләгән делегация менән осрашты. Яҡтар киләсәктә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе һәм берләштерелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе. — Башҡортостан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттары...
Источник: Яңылыҡтар
Күмертау авиазаводы вертолеттары Төркиәнең ашығыс хеҙмәттәр паркын тулыландыра
Тиҙҙән Күмертау авиация етештереү предприятиеһының Ка-32 вертолеттары Төркиәнең эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәттәре паркын тулыландыра. Был аҙнала уҡ Төрөк Республикаһына өс вертолет оҙатыу күҙаллана, тип хәбәр итә «Башҡортостан» ДТРК-һы. Бынан алда «Башинформ» агентлығы «Рәсәй вертолеттары» холдингына һылтанып ...
Источник: Яңылыҡтар
Республика тышҡы сауҙаны әүҙемләштерҙе
Башҡортостан таможня эшмәкәрлеге урынында тышҡы сауҙа әйләнеше тәүге ярты йыллыҡта 9,7%, уҙған йылдың ғинуар-июнь айҙары менән сағыштырғанда 2 миллиард 688 миллион АҠШ долларына тиклем артҡан. Сауҙа балансы сальдоһы ыңғай — яҡынса 1,8 миллиард доллар, тиелә таможняның статистика материалдарында. Республика...
Источник: Яңылыҡтар
Башҡортостан ярты йылда сит илгә 190 мең тонна иген сығарған
Тәүге ярты йылда Башҡортостан сит илгә 190 мең тонна бөртөклө иген культураһын сығарған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Сағыштырыу өсөн: 2017 йылдың ошо уҡ осоронда иген экспорты ун тапҡыр әҙерәк булған – 18,8 мең тонна. Аҙыҡ-түлек баҙарҙарын үҫтереү бүлеге мәғлүмәте буйынса,...
Источник: Яңылыҡтар
Башҡортостан делегацияһы Ҡытайҙың Цзянси провинцияһында үҙ эшен башланы
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһында. Сәфәрҙең маҡсаты – хеҙмәттәшлекте нығытыу, Цзянси провинцияһының ҙур инвестиция проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы эшен һәм инвесторҙар,...
Источник: Яңылыҡтар
Төбәктә тышҡы сауҙа әйләнеше ярты йыл эсендә 993 миллион долларҙан артып киткән
Башҡортостанда тышҡы сауҙа әйләнеше ярты йыл эсендә 993 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан таможняһында. Уҙған йылдың тәүге ярты йыллығы менән сағыштырғанда күрһәткес 20 процентҡа күтәрелгән. Республикалағы 416 предприятие сит илгә 846,7 миллион һумлыҡ тауар һатҡан һәм...
Источник: Яңылыҡтар
Башҡортостан делегацияһы Баҡыла Азербайжан менән хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен өйрәнә
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов етәкселегендә республика делегацияһы рәсми сәфәр менән Азербайжандың баш ҡалаһы – Баҡыла. Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр программаһында – Азербайжан Республикаһы Хөкүмәтендә...
Источник: Яңылыҡтар
Рөстәм Хәмитов Вьетнамдың Рәсәйҙәге Илсеһе Нго Дык Мань менән осрашты
Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Ислеһе Нго Дык Мань менән осрашыуы үтте. Ул был вазифаға 2018 йылдың башында тәғәйенләнде. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни өлкәләрҙә...
Источник: Яңылыҡтар